Күгәрсенем – ғәзиз ерем
Ағиҙел һәм Эйек уртаһында
Йәйрәп ята тыуған ергенәм.
Күгәрсенем – изге илем минең,
Иң яҡыным, берҙән-бергенәм.
Ил батыры Шәһит тыуған һиндә,
Күгәрсенем – изге илгенәм.
Яҙмыш еле ҡайҙа илткәндә лә,
Мин бит гелән һиңә елкенәм.
Ил инәһе Зәйнәб апай бында
Рухҡайына ҡеүәт туплаған.
Бәрәкәтле ерем, гүзәл халҡым, –
Ғүмер буйы һеҙгә һоҡланам.
Ил ағаһы Мортазаның иле –
Күгәрсенем – ғәзиз еркәйем.
Мәңгелек бер Мәккә итеп һине
Йөрәк түркәйемә теркәйем.
Ағиҙел һәм Эйек уртаһында
Йәйрәп ята тыуған ергенәм.
Күгәрсенем – изге илем минең,
Иң яҡыным, берҙән-бергенәм.
Рәмил ЙӘНБӘК.
Фото: bashinform.ru