Тәбиғәт, ауыл-ҡала тормошон, тирә-яҡ донъяны фәлсәфәүи итеп һүрәтләй белгән, иҫ киткес оҫта автор эштәрен үҙ күҙҙәрегеҙ менән ҡарарға ашығығыҙ.
Автор БДУ-ның физика-математика факультетын тамамлап, тормошон авиация менән йыһанға бағышлаған, ә илһамды һүрәт төшөрөүҙә тапҡан.
Йылы энергетикалы картиналар һеҙгә матур күңел ялы бүләк итеп кенә ҡалмай, бәлки, үҙегеҙҙе лә ҡылҡәләмгә тотоноуға этәрер.
Үҙенсәлекле ижад емештәре күргәҙмәһе көндөҙгө сәғәт 3-тә асыла.