+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
8 Октябрь 2021, 10:20

Күргәҙмә 28 октябргә тиклем эшләйәсәк

Өфө һынлы сәнғәт галереяһында Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһының 60 йыллыҡ юбилейына арналған күргәҙмә асылды.

Күргәҙмә 28 октябргә тиклем эшләйәсәк
Күргәҙмә 28 октябргә тиклем эшләйәсәк

– Бында беҙҙең белем усағын тамамлаған сығарылыш синыф уҡыусыларының, быға тиклем һәм әлеге көндә эшләгән уҡытыусыларҙың ижади эштәре ҡуйылды. Был эштәрҙә уларҙың күңел донъяһы, бөгөнгө заман, киләсәккә яҡты уй-хыялдары сағылыш таба. Һәр береһе бик үҙенсәлекле, таң ҡалырлыҡ, – ти интернат-гимназияның директоры Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы Садиҡова.

Белем усағы етәксеһе  йыл һайын туғыҙынсы синыфтарҙың эштәренән күргәҙмә ойошторолоуын да әйтеп үтте. Ә сығарылыш синыф уҡыусылары үҙҙәрененең проекттарын ҙур комиссия алдында яҡлай икән. Интернат-гимназияны тамамлаған балаларҙың ижади эштәре белем усағының фондында һаҡлана. Әлеге күргәҙмәлә шулар араһынан иң-иңдәре ҡуйылған ине.

Күргәҙмә 28 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: