+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
14 Октябрь 2021, 09:37

Күргәҙмә 30 ноябргә тиклем эшләй

Бөгөн, 14 октябрҙә, көндөҙгө сәғәт 3-тә республикабыҙҙың Милли музейында балаҫтар күргәҙмәһе асыла. Бында музей фондындағы башҡорт  балаҫтарының классик өлгөләре лә, шул уҡ ваҡытта «Ағиҙел», Бөрөнән «Ебәк юл», «Билбау» ойошмаларының һәм башҡа оҫталарҙың эштәре лә ҡуйыласаҡ.

Күргәҙмә 30 ноябргә тиклем эшләй
Күргәҙмә 30 ноябргә тиклем эшләй

Бынан тыш, балалар өсөн мауыҡтырғыс интерактив программа, сувенирҙар эшләү, бәләкәй станокта балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә уҙасаҡ.

Һоҡландырғыс балаҫтар күргәҙмәһе төрлө йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән. Ҡыҙыҡһынһағыҙ, барып күрә алаһығыҙ. Күргәҙмә 30 ноябргә тиклем дауам итәсәк.

 

 

Фото: https://vk.com/museumrb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: