– Беҙҙең оҫталарға, ҡул эше сәнғәтенә һәм был кәсепкә ихтирам менән ҡараусы барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Әгәр ҙә был эш менән шөғөлләнеүселәр бар икән, яңы уй-фекерҙәр ҙә барлыҡҡа килә. Беҙҙең оҫталар Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы булышлығында үткәрелгән «Өфө. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар» халыҡ кәсептәренең ҙур күргәҙмәһендә лә төп ҡатнашыусыларҙың береһе һәм ҡунаҡтары булып тороуы ҡыуандыра, – тип белдерҙе республика Халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева.
Асыу тантанаһында Ейәнсура районы хакимиәте исеменән муниципаль район советы сәркәтибе Марат Мөхәмәтов сығыш яһаны. Ул шәлдәр райондың визит карточкаһы булып тороуын, урындағы оҫталарҙың эштәре һәр ваҡыт республика конкурстарында ла призлы урындар яулауын белдерҙе.
Күргәҙмә 21 ноябргә тиклем эшләйәсәк. Теләүселәр рәхим итегеҙ!