Тантана залына милли кейем кейгән балалар һәм өлкәндәр йыйылды. Әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр кескәйҙәр менән бергә урыҫ, башҡорт, татар, әрмән һәм башҡа халыҡ ризыҡтарын әҙерләгән. Тәрбиәселәр күргәҙмәгә ҡуйылған төрлө аш-һыу тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙе. Ә әсәйҙәр үҙҙәре килтергән ризыҡтың рецебы менән бүлеште.
Байрам аҙағында һәр кем төрлө халыҡтарҙың милли аш-һыуын тәмләп ҡарай алды.
Елена ЛАЗУТИНА, Лилиә ТИМЕРЙӘНОВА, Анна ИЛЬИНА, тәрбиәселәр.
Өфө ҡалаһы.