Барлығы исемлеккә 599 спортсы инде. Улар биатлон, бобслей, скелетон, тау саңғыһы спорты, кёрлинг, конькиҙа уҙыш, саңғы икеалышы, саңғы, трамплиндан саңғыла һикереү, сана спорты, сноуборд, фигуралы шыуыу, фристайл, хоккей, шорт-трек буйынса ярышасаҡ. Ә Башҡортостандан нисә кеше ил командаһына кандидатмы? 28 спортсы.
Бына улар: Антон Бабиков менән Эдуард Латипов (биатлон), Виктор Лобас (коньки), Юлия Беломестных, Александра Тарасова, Ростислав Гайтюкевич, Георгий Кузьменко, Илвир Хузин (бобслей), Александр Третьяков (скелетон), Эрнест Яхин (саңғы икеалышы), Елизавета Сәлихова (сноуборд), Мария Баталова, Дарья Белоглазова, Вероника Коржакова, Полина Лучникова, Илона Маркова, Мария Печникова, Анна Пругова, Елизавета Роднова, Мария Сорокина, Ольга Сосина, Анна Шибанова, Андрей Василевский, Динар Хафизуллин, Михаил Науменков (хоккей), Семён Елистратов, Лим Кәбиров һәм Анастасия Мигуновлар (шорт-трек).
Шуныһы ғына күңелде ҡыра: Рәсәй йыйылма командаһы Пекинда милли флагһыҙ һәм гимнһыҙ ҡатнашасаҡ.
М. КӨЙӘРМӘНОВ.