+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Буласаҡ йондоҙҙар

Был һүрәттәге күҙҙәре янып торған шат ҡыҙҙарҙы беләһегеҙме? Әлегә юҡтыр. Таныш булығыҙ: Светлана Хоркина исемендәге республика гимнастика үҙәгендә шөғөлләнеүсе йәш спортсылар улар.

Буласаҡ йондоҙҙар
Буласаҡ йондоҙҙар

– Киләсәктә гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа, ә бәлки, донъя кимәлендә лә танылыу яулап, иң нәфис спорт төрө – гимнастика күгендә сағыу йондоҙ булып балҡыр минең бәләкәстәрем, – тип маҡтай үҙҙәрен тренерҙары Диниза Ринат ҡыҙы Урусова.
Асель Аллаярова, Айнара Хисмәтуллина, Жасмин Ғөзәйерова, Сәйҙә Шәрипова, Арина Зарипова, Виктория Зайцева, Юлия Денисенко – һоҡланғыс ҡыҙҙар. Өс йыл эсендә күп кенә уңыштарға өлгәшкәндәр. Бөтә Рәсәй гимнастар көнөндә ошо тал сыбығындай нескә генә ҡыҙҙарҙың сығыштарын иҫебеҙ китеп ҡарап ултырҙыҡ. Бик матур номерҙар бүләк итте кескәй спортсылар, афарин!


Сәүиә СОЛТАНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: