

Айһылыу Рәжәп ҡыҙы был бүләген йыл да «Һуңғы ҡыңғырау» тантанаһында үҙе уҡып киткән мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән иң күп «бишле» билдәһе алған уҡыусыға тапшыра. Бына бит нисек!
Ынйыны был фәндән Зинира Фазылйән ҡыҙы Хәсәнова уҡыта икән. Ул уҡыусыһын маҡтап бөтә алмай.
Ғаиләһендә Ынйы — иң өлкәне, уның Аяз, Нияз исемле ҡустылары бар. Аяз III cиныфты тамамлаһа, Нияз балалар баҡсаһына йөрөй. Әсәһе Нәзифә Әмин ҡыҙы балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булһа, атаһы Айбулат Әхиәт улы ҡырҙа вахта ысулы менән эшләй.
Ынйы – өйҙә лә ата-әсәһенең уң ҡулы, йорт эштәрендә ихлас ярҙамлаша, ҡустыларын ҡараша. Ғөмүмән, бар яҡтан да өлгөлө, ярҙамсыл, тырыш бала ул.
Зөһрә ХӘКИМОВА.