Уның ғүмерен 70 йәшендә ҡороғорвирус алып киткәйне. Бибисара Мостафа ҡыҙын Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә һаман да ҡәҙерләп хәтергә алалар. Сөнки уның сығыштары, һәр концерты шығырым тулы залдарҙа үтә ине.
Бибисара Мостафа ҡыҙы репертуарында башлыса халыҡ һәм ретро, шулай уҡ заманса эстрада йырҙары ла урын алды. Ул сәхнәлә үҙен тотошо, үҙенсәлекле моңло тауышы менән ысынында халыҡ йырсыһы тип танылды.