Ике самолеттағы 71 кешенең дә ғүмере өҙөлә. Улар араһында ЮНЕСКО программаһы буйынса Испанияға ялға юлланған 52 Башҡортостан уҡыусыһы ла була.
Йыл һайын һәләк булыусыларҙың туғандары һәм яҡындары Өфөнөң көньяҡ зыяратына йыйыла. Бында фажиғәлә һәләк булыусыларҙың күпселеге ерләнгән, улар иҫтәлегенә мемориал асылған. Боден күле өҫтөндә ике самолет бәрелешеүенә хәҙер 20 йыл уҙһа ла, мәрхүмдәр яҡындары йөрәгендәге яралар уңалмай...
Сығанаҡ: vk.com
Фото: cdni.rt.com