Был алышта яҡташыбыҙ, «Салауат Юлаев»тың тәрбиәләнеүсеһе үҙ ҡапҡаһын оҫта һаҡланы, бер гол да үткәрмәне. Бының менән ул НХЛ рекордын яңыртты. Плей-оффта Василевский биш уйында бер гол да үткәрмәй, һоҡланғыс уңышҡа иреште! Шуға ла үҙенә «Конн Смайт Трофи» призы тапшырылды. Cөнки ул плей-оффтың иң яҡшы уйынсыһы булып танылды.
Ҡотлайбыҙ! Яҡташыбыҙҙың хоккейсылар араһында шулай гел иң-иңе булып ҡалыуын теләйбеҙ.
– Мин кубокты тыуған ҡалам Өфөгә алып ҡайтып күрһәтергә теләйем. Рөхсәт итеүҙәре генә кәрәк, – ти Андрей Василевский.
Көтәбеҙ, әйҙә, Стэнли кубогын беҙгә лә күрһәт, Андрей!
М. КӨЙӘРМӘНОВ.