+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
2 Сентябрь 2021, 13:11

Юлаевсылар Радий Хәбиров менән осрашты

Хоккей миҙгеле башланыр алдынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» клубы уйынсылары, тренерҙары һәм етәкселеге менән осрашты.

Юлаевсылар Радий Хәбиров менән осрашты
Юлаевсылар Радий Хәбиров менән осрашты

– Хәҙер йолаға әйләнде инде. Беҙ һеҙҙең менән йыл да осрашып торабыҙ. Ни тиһәң дә, «Салауат Юлаев» – яратҡан командабыҙ, ғорурлығыбыҙ. Беҙҙе быйыл икеләтә юбилей көтә. Клуб төҙөлөүгә – 60, ә юлаевсылар Гагарин кубогын яулауға 10 йыл була. Оло байрамдарҙы яҡшы кәйеф менән ҡаршылағы килә. Әйҙәгеҙ, кубок икенсе тапҡыр беҙҙеке булһын! Ҡулығыҙҙан килә, көсөгөҙ бар, эйе бит?! – тип командабыҙға фатихаһын да бирҙе республика етәксеһе.

Радий Фәрит улы Башҡортостанда хоккей үҫешенә ҙур иғтибар бүленеүен дә билдәләп китте.

– Республика буйлап йөрөгәндә халыҡ боҙ һарайҙары төҙөүҙе һорай. Беҙ быйыл «Ишембай-Арена»ны астыҡ, ә икенсе йылға Октбярьскийҙа һалынасаҡ. Алла бирһә, Баймаҡта, Яңауылда шундай боҙ ареналары ҡалҡып сығасаҡ, – тине ул.

Хоккейсыларыбыҙ республика етәксеһенә матур уйындар күрһәтергә бар көстәрен һаласағын белдереп, уға хоккей формаһын һәм автографлы сәкән бүләк итте.

Әйткәндәй, «Салауат Юлаев» быйылғы хоккей миҙгелен 3 сентябрҙә Нур-Солтанда «Барыс» менән башлай. Ә үҙ боҙонда тәүге уйынын 9-ында «Спартак» (Мәскәү) менән үткәрә.

 

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

 

Фото https://gorobzor.ru/ алынды.

Автор:Мирсәйет Юнысов
Читайте нас: