-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Хоккей
6 Август 2022, 10:30

Юлаевсылар алышҡа әҙерләнә

Алдағы хоккей миҙгеленә календарь билдәле булды. Беҙ яратҡан «Салауат Юлаев» клубы тәүге уйынын 3 сентябрҙә Санкт-Петербургта СКА менән үткәрәсәк. Унан инде 5-ендә – «Витязь» (Балашиха), 7-һендә «Динамо» (Минск) менән алыш көтә. Ә «Өфө-Арена»лағы тәүге уйын 9 сентябрҙә «Трактор» (Силәбе) менән буласаҡ.

Юлаевсылар алышҡа әҙерләнә
Юлаевсылар алышҡа әҙерләнә

Әле бына яңы миҙгелгә әҙерлек бара.
– Ҙур юғалтыуҙар кисерһәк тә, беҙ үҙ көсөбөҙгә ышанабыҙ. Көйәрмәндәрҙе уйыныбыҙ менән ҡыуандырырға тыры­шасаҡбыҙ, – ти юлаевсыларҙың яңы баш тренеры Виктор Николаевич Козлов.
Эйе, командабыҙҙа ҙур үҙгәрештәр бар. Яңы тренерҙар килде. Виктор Козловҡа, Николай Леонидович Цулыгиндан тыш, Константин Евгеньевич Кольцов, Олег Николаевич Филимонов ярҙам итәсәк.
Сит илдән булған Юха Метсола, Филип Ларсен, Теему Хартикайнен, Сакари Маннинен, Маркус Гранлунд кеүек хоккейсыларыбыҙ команданы ташлап ҡайтып китте. Андрей Зубарев, Пётр Хохряков, Виктор Тихонов, Динар Хафизуллин, Александр Шарыченковтар ҙа беҙҙә уйнамаясаҡ. Улар урынына кемдәр саҡырылдымы?
Ҡапҡасыларҙан башлайыҡ. «Витязь» клубынан 35 йәшлек Илья Ежов килде. Шулай уҡ Финляндиянан Андрей Кареев ҡайтты. Кемеһе төп ҡапҡасы булыр? Әлегә билдәһеҙ. Һаҡсыларҙан Филип Ларсен урынына Канаданан Райан Мёрфи («Детройт Ред Уингз») саҡырылды. Уның исеме күп көйәрмәндәргә таныш. Быға тиклем ул бер аҙ «Динамо»ла (Минск) уйнап алғайны. Шулай ҙа бөтә ышаныс Михаил Науменков менән Павел Коледовта инде. Иң оҫта, иң тәжрибәле һаҡсыларыбыҙ бит улар. Өмөтлө йәш хоккейсыбыҙ Шакир Мөхәмәҙуллин да НХЛ-ға китмәй, бер йыл­ға Өфөлә ҡалды.
Һөжүм итеүселәрҙән Теему Хартикайнен менән Сакари Маннинендың билдәле сәбәптәр арҡаһында команданы ташлап ҡасыуы ҙур юғалтыу булды. Хәҙер төп ауырлыҡ Александр Кадейкин, Николай Кулёмин, Сергей Шмелёвтар иңенә төшә инде. Уларға Данил Башкиров, Алексей Пустозёров, Данил Алалыкин кеүек йәштәр ярҙамға килергә әҙер.
Яңыларҙан Евгений Тимкин, Станислав Бочаров, Иван Дроздовтар ҙа үҙ көстәрен күрһәтер, тигән ышаныс бар. Ә бына Канаданан Джош Хо-Санг («Торонто») менән АҠШ-тан Александр Хмелевски («Сан-Хосе Шаркс») нисек уйнап китер? Һоҡландырырҙармы әллә юҡмы? Яҡшыға юрайыҡ...
Көйәрмәндәр һаман да йәш хоккейсыбыҙ Родион Әмировтың һаулығы өсөн борсола. Төҙәлеп кенә китһен инде. Ул әле яман шеш ауырыуынан дауаланыу курстарын үтә. Тулыһынса һауығып, боҙға сығыуына өмөт итәбеҙ, түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ...
Бына шундай яңылыҡтар бар командабыҙҙа. Юлаевсылар 2022/2023 йылғы яңы миҙгелдә лә һынатмаҫтар әле. Улар­ҙан матур уйындар көтәбеҙ.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: