+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Акциянан ситтә ҡалманыҡ

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк ҡала балалар китапханаһында «Флаг» акцияһын йомғаҡлау байрамы уҙҙы. Уның барышында Өфөләге барлыҡ китапханаларҙың китап уҡыусылары теләктәрен яҙып, фольклориадала ҡатнашыусы илдәрҙең байраҡтарын әҙерләгәйне. Ҡыҙҙар, малайҙар ҡыҙыҡлы әйберҙәр күргәҙмәһе менән танышырға ла, оҫталыҡ дәресендә ҡатнашырға ла, төрлө илдәрҙең әҙәби геройҙары менән уйнарға ла өлгөрҙө.

Акциянан ситтә ҡалманыҡ
Акциянан ситтә ҡалманыҡ

Был акциянан беҙҙең 7-се моделле балалар китапханаһының китап уҡыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы. Мин флаг эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙом. Йәш әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн «Асыҡ микрофон» эшләгәйне, Илья һәм Эмиль Әхмәровтар Джанни Родариҙың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Ирина ЗИННӘТУЛЛИНА,

7-се моделле балалар китапханаһы мөдире.

Өфө ҡалаһы.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: