+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Байрам тарихы менән таныштылар

Китапханабыҙҙа Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнө уңайынан матур кисә үткәрҙек. Был көндө китап уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар байрам тарихы хаҡында китаптар, халҡыбыҙ йолалары менән танышты.

Байрам тарихы менән таныштылар
Байрам тарихы менән таныштылар

Барлыҡ мәғлүмәт «Ура, каникул!» күргәҙмәһенең «Аҡ сәскәләр» бүлегендә урын алғайны. Бында теләүселәр ғаиләләре менән бергәләп иҫтәлеккә фотоға төштө, ғаилә темаһына «Мөғжизәләр яланы» уйынында ҡатнашты. Кемдер онлайн-викторинала үҙен һынаны, икенселәр йәнһүрәт ҡараны, өсөнсөләр аҡ сәскәнән открытка эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе алды.

Кисә һәр кемгә лә оҡшаны.

Р. ИРДИГИТОВА.

Өфө ҡалаһы,

44-се моделле балалар китапханаһы.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: