Китапханасы уның юғары әхлаҡи сифаттарға эйә булған кеше һәм шағир, философ һәм драматург булараҡ һәләттәрен асып һалды, бай әҙәби мираҫы менән дә таныштырҙы. Сарала шағирҙың «Күкрәгемдән ҡоштар осорам» тип аталған күргәҙмәһенә байҡау ҙа яһалды.
Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре ижади мираҫының аҙ ғына өлөшөн тәшкил итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың баһаһы бер ваҡытта ла кәмемәй. Кисә барышында балалар «Буҙ турғай», «Ҡайын япрағы тураһында», «Кил инде!», «Ләйсән», «Өсөнсө көн тотош ҡар яуа» һәм башҡа шиғырҙарын яттан һөйләне. Осрашыу уҡылған шиғырҙар буйынса әңгәмә ҡороу һәм әҙәби викторина менән тамамланды.
Айгөл РӘХИМОВА,
китапханасы.
Өфө ҡалаһы.