Уҡыусыларҙың төрлө һөнәрҙәр менән ҡыҙыҡһыныуы һоҡландырҙы. Хеҙмәт тураһында әкиәттәр, шиғырҙар һөйләнек, һынамыштар әйтештек, мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙе иҫкә төшөрҙөк. Балалар "Кем булырға?" квесын да уңышлы үтте, "Һөнәр әйт!" конкурсында ла теләп ҡатнаштылар.
Һөнәр һайлау - киләсәгеңде һайлау ул. Был саранан һуң ҡыҙҙар һәм малайҙар ошо һүҙҙәрҙең асылына нығыраҡ төшөнгәндер, тигән ышаныстабыҙ.
Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА.
Өфө ҡалаһы, 38-се моделле балалар китапханаһы.