+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бөрөләрҙән – УАЗ «Фермер» автомобиле

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн посылкалар, кәрәкле әйберҙәр һәм хаттар йыйыуҙы дауам итә. Изге эшкә Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан хәстәрлекле кешеләр үҙҙәре теләп ҡушыла.

Бөрөләрҙән –  УАЗ «Фермер» автомобиле
Бөрөләрҙән – УАЗ «Фермер» автомобиле

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә Бөрөнән  Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонына УАЗ "Фермер" автомобиле ебәрелгән. Егеттәр уның менән яралыларҙы һәм хәрби припастарҙы ташыясаҡ.
Автомобилде ялға ҡайтҡан яугир һораған. Уның дуҫтары "WhatsApp"та чат булдырған. Ярайһы уҡ тиҙ арала төркөм 800 кешегә артҡан. Кәрәкле сумма бер аҙнала туплана. Машинаны буяп, тулыһынса хеҙмәтләндереп, гуманитар ярҙам менән бергә башҡорт батальонының «Шторм» отрядына ебәргәндәр. Машинаға маскировкалау селтәрҙәре, йылы кейем һәм аҙыҡ-түлек тейәлгән, шулай уҡ йыйылған аҡсаға өс генератор, бензобысҡы һәм яғыулыҡ һатып алынған.
Афариндар!

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: