

Уларҙың 1666-һы маҡсатлы уҡыуға инһә, 295-е махсус квота сиктәрендә, ә 49 абитуриент һынауҙарҙан башҡа студент булды. Төбәк вуздарына барлығы 145688 ғариза ҡабул ителгән, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 16 процентҡа күберәк. Уҡыу йорттарына бирелгән йүнәлештәр араһында иң популяры: дауалау эше, педиатрия, нефть-газ эше, ғәмәли-информатика, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, педагогик белем биреү, химик технологиялар һәм төҙөлөш. Белеүебеҙсә, Башҡортостан вуздарына яңы уҡыу йылына 11 меңдән артыҡ бюджет урындары бүленгән.
Фото интернет селтәренән.