+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
24 Августа 2021, 08:39

Поляк йәкшәмбе мәктәбе грантҡа лайыҡ булды

Баш ҡалабыҙҙағы А. Пенькевич исемендәге поляк йәкшәмбе мәктәбе «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» федераль проекты сиктәрендә грант алыусылар исемлегенә инде.

Поляк йәкшәмбе мәктәбе  грантҡа лайыҡ булдыПоляк йәкшәмбе мәктәбе  грантҡа лайыҡ булды
Поляк йәкшәмбе мәктәбе грантҡа лайыҡ булды

Был иһә барлыҡ йүнәлештәрҙәге дөйөм үҫтереүсе программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн белем биреү ойошмаһында яңы урындар булдырырға мөмкинлек бирәсәк. 2021-2022 йылдарҙа был йәкшәмбе мәктәбендә «Поляк теле һәм әҙәбиәте» йүнәлеше буйынса яңы урындар барлыҡҡа киләсәк. «Һәр баланың уңышы» проектына ярашлы, яңы ҡоролма ла һатып алынған. Уҡыуға өҫтәмә белем биреү навигаторы аша (http://р02.навигатор.дети) яҙылырға мөмкин. Уҡыу бушлай.

 

 

 

Фото: https://polskanvsh.ru/index.php/pedagogicheskij-kollektiv.

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас