+16 °С
Дождь
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
27 Августа 2021, 13:43

«Яңы белем» марафоны үтәсәк

Белем көнө уңайынан 1 – 3 сентябрҙә «Яңы белем» мәғрифәтселек марафоны уҙасаҡ. Уны икенсе тапҡыр Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте ойоштора.  

«Яңы белем» марафоны үтәсәк«Яңы белем» марафоны үтәсәк
«Яңы белем» марафоны үтәсәк

Был көндәрҙә лекторҙар һәм остаздар ролендә 150-нән ашыу Рәсәйҙең һәм сит илдең күренекле ғалимдары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ донъя мәҙәниәте һәм спорт йондоҙҙары, тарихсылар, уйлап табыусылар, публицистар һәм уңышҡа ирешкән эшҡыуарҙар сығыш яһаясаҡ. Уларҙы https://marathon.znanierussia.ru сайтында, шулай уҡ «Бәйләнештә»ге төркөмдәрендә https://vk.com/znanierussia ҡарарға була.

Әлеге сарала Сергей Шойгу, Сергей Лавров, Денис Проценко, Елена Шмелева, Анна Кузнецова, Владимир Мединский, Валерий Фальков, Андрей Фурсенко, Алексей Лихачев, Алексей Миллер, Сергей Чемезов, Дмитрий Чернышенко, Константин Эрнст, Владимир Машков, Михаил Пиотровский, Константин Хабенский, Карен Шахназаров, Александр Овечкин, Светлана Ромашина, Василий Вакуленко (Баста), Татьяна Бакальчук, Аркадий Волож, Евгений Касперский һәм башҡалар ҡатнашырға теләк белдергән. Фән, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә сит ил йондоҙҙары ла буласаҡ, тик улар сер итеп тотола.

Программа марафонында лекциялар, әңгәмәләр, студиянан бәхәстәр, илдең иҫтәлекле урындары буйлап видеоэкскурсиялар ҙа ҡаралған. «Яңы белем» марафонына ярашлы, 1 – 4 сентябрҙә бөтә ил буйынса «Алға белемгә» тигән саралар ҙа үтәсәк.

 

 

Фото: https://md-gazeta.ru/oficialno/101040.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас