+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
24 Сентября 2021, 06:20

100 балл йыйыусы 32 студент 150 мең аласаҡ

Башҡортостанда БДИ-ны 100 балға тапшырып, республиканың юғары уҡыу йорттарында уҡырға ҡалған сығарылыш синыф уҡыусылары 150 мең һум күләмендә түләү аласаҡ. Тейешле указға республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.  

100 балл йыйыусы 32 студент 150 мең аласаҡ100 балл йыйыусы 32 студент 150 мең аласаҡ
100 балл йыйыусы 32 студент 150 мең аласаҡ

Шулай итеп, беренсе курстар иҫәбендә – 32 кеше, 15 егет һәм 17 ҡыҙ. Шуларҙың 16-ыһы БДМУ-ға ингән, туғыҙы ӨДАТУ-ны һайлаған, алтауһы – ӨДНТУ-ла, берәүһе БДУ-ла уҡый.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда быйыл 109 сығарылыш синыф уҡыусыһы имтихандарын 100 балға тапшырғайны.

 

Фото: https://sterlegrad.ru/.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас