+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
12 Октября 2021, 11:40

Рәсәй мәктәптәрендә белем алыу сифаты тикшерелә

Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт 12 һәм 14 октябрҙә VI һәм VIII синыфтарҙың белем алыу сифатын тикшерә. Был тикшереүҙә Рәсәйҙең 54 төбәгенән 490 мәктәптән 40 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашасаҡ.

Рәсәй мәктәптәрендә белем алыу сифаты тикшереләРәсәй мәктәптәрендә белем алыу сифаты тикшерелә
Рәсәй мәктәптәрендә белем алыу сифаты тикшерелә

Әйткәндәй, бындай тикшереү икенсе тапҡыр үткәрелә. Тәүгеһе уҙған йылда ойошторолғайны. Уның һөҙөмтәһе буйынса VI, VIII синыфтарҙың шәхестең кире һәм ыңғай сифаттарын бик аҙ белеүҙәре, кешенең ҡылығын, төрлө социаль күренештәрҙе дөрөҫ баһалай алмауҙары асыҡланғайны. Илһөйәрлек төшөнсәһен аңламаусылар ҙа табылды.  Күп балалар Рәсәй, уның иҫтәлекле урындары, мәҙәниәт өлкәһендә ҡаҙаныштары, халыҡтың хеҙмәт батырлығы хаҡында образлы күҙаллай ҙа белмәй икән.

2020 йылда VI – VIII синыфтар һөнәр һайлауға етди ҡараған. Шулай уҡ һорау алыу уҡыу грамоталығы, уҡығанды анализлай белеү һәләте етерлек булмауын да күрһәткән.

 

Фото: https://rg.ru/tema/obshestvo/obrazovanie/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас