

Өфө ҡалаһының киң күләмле үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы ла «Географик диктант – 2021» халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһына ҡушыла. Ул дистанцион рәүештә ойоштороласаҡ. Майҙансыҡта яҡынса теркәлеү үткәндәр махсус һылтанма аласаҡ, аҙаҡ уның буйынса үтеп, диктант яҙып буласаҡ.
Географик диктан 10 майҙансыҡта уҙасаҡ.
(– Үҙәк ҡала китапханаһы, Комсомол урамы, 138, 216-47-28;
– 1-се китапхана, Шафиев урамы, 6, 216-47-34;
– 2-се моделле китапхана, Зәйнәб Биишева урамы, 15, т.: 216-47-38;
– 6-сы моделле китапхана, Революция урамы, 165, т.: 216-47-84;
– 10-сы моделле китапхана, Ғафури урамы, 17, 216-47-96;
– 13-сө моделле китапхана, Ухтомский урамы, 12, т.: 216-48-02;
– 14-се китапхана, Әхмәтов урамы, 316, 216-48-23;
– 20-се моделле китапхана, Аҡназаров урамы, 24, 216-48-61;
– 41-се моделле йәштәр китапханаһы, Калинин урамы, 11, т.: 216-48-94;
– 46-сы китапхана, Йәшел урам,7, т.: 216-49-05)
Дөрөҫ яуаптар 25 ноябрҙә ҡуйыласаҡ. Шәхси һөҙөмтәләрҙе 6 декабрҙән диктант сайтында http://dictant.rgo.ru/ белергә була.
Фото: https://vk.com/kulturarb.