+27 °С
Ясно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
13 Ноября 2021, 15:51

Уҡыусылар ғәҙәти тәртиптә уҡый башлай

Көҙгө каникул тамам. 15 ноябрҙән республикабыҙҙа ғәҙәти уҡыу тәртибе тергеҙелә. Был хаҡта мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итә.

Уҡыусылар ғәҙәти тәртиптә уҡый башлайУҡыусылар ғәҙәти тәртиптә уҡый башлай
Уҡыусылар ғәҙәти тәртиптә уҡый башлай

– 15 ноябрҙән барлыҡ мәктәптәр һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында мотлаҡ  санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп ғәҙәти тәртиптә уҡыу башлана. Колледждар һәм юғары уҡыу йорттары ла традицион уҡыу формаһына әйләнеп ҡайтасаҡ. Дистанцион уҡыу формаһына күсеү планлаштырылмай, – тип тә өҫтәнеләр ведомствола.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус менән көрәш буйынса оператив штаб уҡыусыларҙың көҙгө каникулдарын 8-енән 14 ноябргә тиклем оҙайтҡайны.

 

 

Фото: https://newsbash.ru/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас