+30 °С
Облачно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
10 Декабря 2021, 07:15

"Аҡмулла диктанты"н бергәләп яҙайыҡ!

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен һөйөүсөләрҙе, тел белгестәрен «Аҡмулла диктанты» халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһында ҡатнашырға саҡыра.

"Аҡмулла диктанты"н бергәләп яҙайыҡ!"Аҡмулла диктанты"н бергәләп яҙайыҡ!
"Аҡмулла диктанты"н бергәләп яҙайыҡ!

Быйыл ул Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына - 190, «Аҡмулла» журналының сыға башлауына - 110 һәм Башҡорт тарихы йылына бағышлана. Бөйөк мәғрифәтсенең ижадын республикабыҙҙа ғына түгел, ә Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә лә  популярлаштырыу, киң йәмәғәтселек иғтибарын туған телде, әҙәбиәтте, мәҙәниәтте, тарихты һәм фольклорҙы өйрәнеүгә йәлеп итеү маҡсатында ойошторола.

«Аҡмулла диктанты» 10 декабрҙән алып 12-һенә тиклем https://bashdict.ru сайтында онлайн форматта үтә. Ул барлығы 30 тест һорауынан тора, бер сәғәт ваҡыт бирелә.  Диктант һорауҙары Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы, ижадына, замандаштарына, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихына арналған. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла сертификат тапшырыласаҡ. Әйҙәгеҙ, был саранан ситтә ҡалмайыҡ, "Аҡмулла диктанты"н бергәләп яҙайыҡ, дуҫтар!

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас