+13 °С
Дождь
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
15 Декабря 2021, 04:06

Башҡортостанда 18 мәктәп карантинға ябылған

Республикабыҙҙа 18 мәктәп тулыһынса карантинға ебәрелгән. Был киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән бәйле.

Башҡортостанда 18 мәктәп карантинға ябылғанБашҡортостанда 18 мәктәп карантинға ябылған
Башҡортостанда 18 мәктәп карантинға ябылған

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә килтерелгән мәғлүмәттәр буйынса, 77 белем усағы – өлөшләтә генә карантинда, 907 синыфта киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп табылған.

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең  төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак әйтеүенсә, мәктәптәрҙә коронавирус менән сирләүселәр осраҡтары кәмегән, шул уҡ ваҡытта 7-нән 14 йәшкә тиклемгеләр араһында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп менән сирләүселәр һаны артыуы күҙәтелә.

 

Фото: https://sterlegrad.ru/

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас