+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
16 Декабря 2021, 11:51

БДПУ «Асыҡ ишектәр» көнө үткәрә

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты психологик-педагогия синыфтарында белем алыусылар, шулай маҡсатлы килешеү буйынса уҡырға йыйыныусы уҡыусылар өсөн «Асыҡ ишектәр» көнөн ойоштора. Сара 18 декабрҙә юғары уҡыу йортоноң YouTube каналында онлайн рәүештә үтәсәк.

БДПУ «Асыҡ ишектәр» көнө үткәрәБДПУ «Асыҡ ишектәр» көнө үткәрә
БДПУ «Асыҡ ишектәр» көнө үткәрә

"Асыҡ ишектәр" көнөнөң дистанцион форматта үткәрелеүе мәктәп уҡыусыларына һәм уларҙың ата-әсәләренә уҡыу йорто етәкселеге, уҡырға инеү шарттары менән танышыу, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреү мөмкинлеге бирә. Был көндө БДИ-ны тапшырыу өсөн ниндәй фәндәрҙе һайлау кәрәклеге, маҡсатлы уҡыу, Аҡмулла олимпиадаһы хаҡында ла ентеклерәк мәғлүмәт биреләсәк. Ҡатнашыу өсөн ошо һылтанма буйынса https://docs.google.com/forms/d/1vJN11hGVd7SYcSjfQwWP.. теркәлеү мотлаҡ.

 

 

Фото: https://vk.com/bgpu_akmully

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас