+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
30 Декабря 2021, 17:04

Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары форумы үтәсәк

Красноусол шифаханаһында туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтәсәк.

Был турала Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының сайтында хәбәр итәләр. 12 — 13 майға планлаштырылған сарала Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Пермь крайынан, Ырымбур, Һамар, Ҡурған өлкәләренән 250 кеше ҡатнашыуы көтөлә.

Форумдың беренсе көнөндә оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, консультациялар үткәрелһә, икенсе көнөндә «Уңыш тарихы», «Мәғариф этносалоны: тарих, мәҙәниәт, Рәсәй халыҡтары телдәре» махсус проекты, инновацион белем биреү ойошмалары, юғары уҡыу йорттары һәм йәкшәмбе мәктәптәре буйынса күргәҙмә ойоштороласаҡ.

Форумдың маҡсаты — дәүләт һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен уҡытыу шарттарын яҡшыртыу. тәжрибә уртаҡлашыу.

Фото: yandex.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас