+29 °С
Ясно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
18 Февраля 2022, 05:50

Бер туғандар - бер мәктәпкә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутаттар "Башҡортостан Республикаһы Ғаилә кодексының 54-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында" закон проектын ҡабул итте.  

Бер туғандар - бер мәктәпкәБер туғандар - бер мәктәпкә
Бер туғандар - бер мәктәпкә

-Быға тиклем бер ғаиләлә үҫкән балалар бер мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөргә тейеш, тигән ҡарар булһа ла, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында йәшәү урындарының тура килмәүе арҡаһында күптәр был мөмкинлек менән файҙалана алмаған. Ә хәҙер сикләүҙәр бөтөрөләсәк. Шулай уҡ бер генә уртаҡ атай йәки әсәй булған ғаиләләргә лә ҡағыла. Был сара ғаилә институтын нығытыуға, балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы системаһын үҫтереүгә, балаларҙың сифатлы белем алыуға хоҡуғын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итергә тейеш, – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв.

Закон рәсми баҫылып сыҡҡан көндән үҙ көсөнә инәсәк.

Фото: andex.ru/images/search?text

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас