+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
6 Апрель 2022, 08:50

Уҡыусылар һанлы сервис мөмкинлектәрен өйрәнә

Бөтә Рәсәй мәктәптәрендә дәүләт һанлы сервистарын өйрәнеү буйынса информатика дәрестәре бара. Проект Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла.

Уҡыусылар һанлы сервис мөмкинлектәрен өйрәнәУҡыусылар һанлы сервис мөмкинлектәрен өйрәнә
Уҡыусылар һанлы сервис мөмкинлектәрен өйрәнә

Был дәрестәр VII - XI синыф һәм колледж уҡыусыларына тәғәйенләнгән. Мәҫәлән, Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша нисек паспорт алыу, табипҡа яҙылыу нескәлектәренә квест ярҙамында өйрәнәсәктәр. Юғары уҡыу йортона онлайн инеү сервисы айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Документтарҙы ҡабул итеү комиссияһына өйҙән сыҡмайынса ла тапшырырға мөмкин бит.

Уҡыусылар махсус ойошторолған информатика дәрестәренән һуң һанлы сервис аша дәүләт хеҙмәттәрен алыу тормошто уңайлыраҡ иткәнен нығыраҡ төшөнә.

Фото: sc30sar.schoolrm.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас