+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
13 Апреля 2022, 06:55

Рәсәй мәғарифында - яңы проект

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы киң йәмәғәтселеккә идеаль мәктәп  концепцияһын – “ Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы мәктәбе” проектын тәҡдим итте.  Уның буйынса белем усаҡтарында театрҙар, музыкаль коллективтар, матбуғат үҙәктәре, музейҙар һәм спорт секциялары булдырыу күҙаллана.

Рәсәй мәғарифында - яңы проектРәсәй мәғарифында - яңы проект
Рәсәй мәғарифында - яңы проект

Бер уйлаһаң, был яңылыҡ та түгел. Әйткәндәй, илдә мәктәп театрҙары күбәйгәндән-күбәйә. Былтыр ноябрҙә 7 мең булһа, әле 12 меңгә еткән. 26,5 меңдән ашыу спорт клубы эшләй.

“ Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы мәктәбе” проектының маҡсаты – ҡайҙа урынлашҡан  һәм ниндәй мәктәптә уҡыуына ҡарамаҫтан, һәр уҡыусыға тигеҙ, бер төрлө, сифатлы белем һәм тәрбиә алыу шарттары тыуҙырыу. Шулай итеп, илдә берҙәм белем биреү киңлеген булдырырға уйлайҙар. Яңы проектты һәр мәктәп үҙенең тәжрибәһенән сығып, тормошҡа ашыра аласаҡ.

Фото: dela.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас