+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Олимпиадала еңеүселәр күбәйә

Республикабыҙ уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында 100 мең кешегә еңеүселәр һәм призерҙар һаны буйынса быйыл 10-сы урынға күтәрелгән. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе.

Әлеге күрһәткес буйынса беҙҙең республика 2019 йылда — 35-се, 2021 йылда 16-сы урында булған.

Ысынлап та, быйыл төрлө фәндәр буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында уңышҡа ирешеүселәр күберәк булды. Республика инженер интернат-лицейының IX синыфынан Вадим Харисов иһә химия буйынса абсолют еңеүсе исемен алды.

Башҡортостанда Рәсәй буйынса олимпиада еңеүселәренә — 100 мең, призерҙарға 60 мең һум күләмендә премия түләнә.

Радий Хәбиров үҙенең яҙмаһында уҡыусыларҙы ҡотлап, уларҙың етәкселәренә рәхмәтен белдергән. Һәләтле балаларға артабан да ярҙам итербеҙ, тип билдәләгән.

Фото: education.bashkortostan.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: