+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Етегән" слёты старт ала

18 июлдән 20 июлгә тиклем Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Шишмә районындағы "Сәлих" социаль белем биреү үҙәге нигеҙендә "Етегән" республика полилингваль слёты үтәсәк.

"Етегән" слёты старт ала
"Етегән" слёты старт ала

Ул һәләтле балаларҙы  үҫтереүгә ярҙам итеүгә, коммуникатив, телдәр буйынса, лингвомәҙәни компетенцияны булдырыуға, әсә телен, сит телдәрҙе, Башҡортостан Республикаһының тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә йүнәлтелгән. 

Слётта республикабыҙҙың 12 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге иң һәләтле балалары ҡатнаша ала. Әгәр ҙә һеҙ Бөтә Рәсәй олимпиадаһы, халыҡ-ара конкурс, фестивалдәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадалар еңеүсеһе йәки призёр булғанһығыҙ икән, тимәк, был "Етегән" слёты тап һеҙҙең өсөн, дуҫтар!

Фото: bashkortostan.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: