+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡытай теленән – 93 балл!

Өфөләге 160-сы лицей уҡыусыһы Аэлита Воробьёва хаҡында һүҙем. Ул Башҡортостанда ҡытай теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған берҙән-бер уҡыусы икән. Һөҙөмтәһе лә бик шәп! 93 балға тапшырған!

Ҡытай теленән  – 93 балл!
Ҡытай теленән – 93 балл!

Аэлитаның тап ошо телдән БДИ тапшырырға ҡарар итеүе лә осраҡлы түгел. Ун ике йыл элек ата-әсәһе менән Пекинға барып, ҡытай иле, тарихы, мәҙәниәте менән танышып ҡайтҡандан һуң, был телде ныҡлап үҙләштерергә кәрәк, тигән теләк уяна ҡыҙҙа. Шулай итеп, Аэлита III синыфтан телде үҙләштерә башлай. Ә IX синыфта уҡығанда Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашып, призёр була. XI синыфта халыҡ-ара имтихандарҙа юғары балл яулай. "Дуҫлыҡ дипломатияһы" тип аталған Рәсәй һәм Ҡытай балалар ижады фестивалендә еңеүсе була. Башҡортостан һәм Ҡытайҙың милли үҙенсәлектәре, традициялары тураһында видеоролик  менән сығыш яһай ул.

Ҡытай теле буйынса БДИ-ны уңышлы тапшырған Аэлитаны Шанхайҙағы Халыҡ-ара бизнес һәм иҡтисад  университетына уҡырға саҡырғандар.Ҡыҙ Шанхай хөкүмәте стипендияһын аласаҡ. Маҡсатына ҡыйыу аҙымдар менән атлаған Аэлитаға уңыштар теләйек!

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: