+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дүрт уҡыусы БДИ-нан икешәр фәндән 100 балл йыйыуға өлгәшкән

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса 15 мең БДИ тапшырыусының 78-е йөҙ балл йыйыуға өлгәшкән. Ә шуларҙың дүртәүһе бер түгел, икешәр фәндән 100 балл йыя алған. Улар араһында Өфөләге 153-сө лицей уҡыусыһы Андрей Чердынцев та бар. Ул математика һәм информатиканан юғары балл йыйған.

Дүрт уҡыусы БДИ-нан икешәр фәндән 100 балл йыйыуға өлгәшкән
Дүрт уҡыусы БДИ-нан икешәр фәндән 100 балл йыйыуға өлгәшкән

-Мин уҡыған лицейҙа имтихандарға ныҡлы әҙерлекте йылдың икенсе яртыһында башланыҡ. Дәрестәрҙә кәрәкле темаларҙы ҡабатланыҡ, оҡшаш ғәмәлдәр систек. Апрель аҙаҡтарында үҙ аллы  шөғөлләндем. Имтихандарға әҙерлек өсөн күп ваҡыт сарыф иттем, тип әйтә алмайым, сөнки был фәндәр буйынса олимпиадаларҙа йыш ҡатнаша торғайным. Ә был ысынында әҙерлекте еңеләйтте. Репетиторҙар, онлайн-мәктәптәрҙең хеҙмәтен бөтөнләй ҡулланманым.

Үҙ көсөмә ышанһам да, имтихандар алдынан тулҡынланыу  булды, әлбиттә. Әммә һынау эштәре ул тиклем ауыр булманы, - тип белдергән Андрей "Башинформ" киң мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәрҙәренә биргән интервьюһында был хаҡта.

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: