+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусыларға — түләүҙәр

Башҡортостанда синыфтары булған уҡытыусыларға 2024 йылға тиклем 6,9 миллиард һум аҡса бүленәсәк. 

Уҡытыусыларға — түләүҙәр
Уҡытыусыларға — түләүҙәр

Айлыҡ түләүҙәр өсөн федераль ҡаҙнанан тағы 681,9 миллион һум йүнәлтелә. Хөкүмәт етәксеһе Михаил Мишустин ошондай бойороҡҡа ҡул ҡуйған. 

Өҫтәмә аҡсаға үҙенең тибы буйынса дөйөм белем биреү мәғариф ойошмаһы булмаған, йәғни колледждар йәки юғары уҡыу йорттары составындағы мәктәптәрҙең синыф етәкселәре дәғүә итә. 2022 йылда федераль ҡаҙнанан ябай белем усаҡтарының синыф етәкселәре өсөн 74,9 миллиард һум ҡаралған. Документҡа ярашлы, Башҡортостан йыл һайын ошо маҡсатҡа 2,3 миллиард һумдан ашыу аҡса алырға тейеш. Шулай итеп, 2022-2024 йылдарҙа республика мәктәптәренең синыф етәкселәренә түләүҙәрҙең дөйөм күләме 6,9 миллиард һумдан ашыу буласаҡ.

 

Сығанаҡ: amanat

Фото:glas.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: