+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
11 Август 2022, 10:00

Асҡар Арыҫланов — Рәсәй йыйылма командаһы составында

Өфө ҡалаһындағы Республика инженер интернат-лицейы уҡыусыһы Асҡар Арыҫланов Рәсәй йыйылма командаһы составында стандартлаштырыу буйынса Халыҡ-ара олимпиадала һынау тотасаҡ. Ул Көньяҡ Кореяла үтә.

Асҡар Арыҫланов —  Рәсәй йыйылма командаһы составында
Асҡар Арыҫланов — Рәсәй йыйылма командаһы составында

Хәтерегеҙҙә булһа, был олимпиадала 13 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҡатнашҡайны. Конкурсҡа барлығы 230 заявка ҡабул ителгән. Улар араһынан Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе 75 уҡыусы һайлап алыу турын үтеп, 34-те финалға сыҡҡан. Халыҡ-ара олимпиадала ҡатнашыу өсөн Рәсәй йыйылма командаһына 6 кеше һайлап алынған. Улар араһында Өфөнән Асҡар Арыҫланов та бар! Уға уңыштар теләйек!

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: