+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
12 Август 2022, 11:15

Яңы шоуҙа Башҡортостан уҡытыусылары ла ҡатнаша

Йыл аҙағында Рәсәйҙең иң һәләтле уҡытыусылары «Рәсәй 1» телеканалы эфирында «Класс темаһы» шоуында ҡатнашасаҡ.

Яңы шоуҙа Башҡортостан уҡытыусылары ла ҡатнаша
Яңы шоуҙа Башҡортостан уҡытыусылары ла ҡатнаша

Конкурс һөҙөмтәһендә ете педагог һайлап алынасаҡ, улар тура эфирҙа үҙҙәренең предметтары – математика, химия, биология, география, тарих, физика, урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса дәрестәр үткәрәсәк. Билдәле шәхестәр уларҙың уҡыусылары буласаҡ.

Конкурстың һайлап алыу турында Башҡортостандан да ике педагог ҡатнаша. Октябрьский ҡалаһының 22-се мәктәбенән инглиз теле уҡытыусыһы Айгөл Биктимер ҡыҙы Хажиева һәм Мәләүез ҡалаһының 8-се мәктәбенән география уҡытыусыһы Наталья Евгеньевна Ҡунаҡбаева ваҡытында ғариза биргән, үҙҙәренең фәне буйынса тест үткән, видеовизиткалар эшләгән. Уларға уңыштар теләйек!

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: