+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
23 Август 2022, 23:20

Хәйбулла районында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының август кәңәшмәһе

Хәйбулла районы Яңы Ергән  мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең тәрбиәүи әһәмиәте” темаһы аҫтында сираттағы август кәңәшмәһе уҙҙы.

Хәйбулла районында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының август кәңәшмәһе
Хәйбулла районында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының август кәңәшмәһе

Сараның тәүге өлөшөндә район методик берекмәһе етәксеһе  Рәйфә Искәндәр ҡыҙы Түләбаева көн тәртибе менән таныштырып, 2022/2023 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыларының йыллыҡ эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаны.
Артабан   Аҡъярҙағы 2-се, Буребай  мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  Гөлфирә Эльбрус ҡыҙы Мөхәмәтшина “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең тәрбиәүи әһәмиәте”, Әнисә Мөхәмәтйән ҡыҙы Шәмсетдинова “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына интернет ресурстар буйынса методик рекомендациялар” темаларына сығыш яһаны. Бай йөкмәткеле сығыштарында хәҙерге заман талаптарына ярашлы үҙ фекерҙәрен, тәҡдимдәрен еткерҙеләр.
Шулай уҡ Аҡъярҙағы 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Зәкир ҡыҙы Йәнйегетова «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022» төбәк-ара конкурсы: уңыштар һәм бурыстар» темаһын күтәрҙе.
Уҡытыусылар һәләтле балалар менән эшләү, олимпиада һәм ижади конкурстарға әҙерлек буйынса етди һөйләшеүҙәр алып барҙы. Был йүнәлеш буйынса киләһе уҡыу йылына яңы маҡсаттар ҡуйылды:
1. Уҡытыусыларға киләсәктә лә олимпиадаға әҙерләнеүгә етди ҡарарға;
2. Эште системалы һәм эҙмә-эҙлекле ойошторорға;
3. Быйылғы йыл призерҙары менән эште дауам итергә, еңеүсе баҫҡысына күтәрергә.
Ултырыш аҙағында юбилярҙарҙы, район һәм республика күләмендә уҙғарылған бәйгеләрҙә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙы баһалау эшендә әүҙем ҡатнашыусы уҡытыусыларҙы ҡотланылар. Ғөмүмән, сара бик уңышлы үтте. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар юғары кәйеф, киләсәктә педагогик эшмәкәрлеккә өмөтлө пландар ҡороп таралышты.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: