+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
25 Августа 2022, 05:20

Бөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышы үтәсәк

31 августа Мәскәү ваҡыты менән иртәнге сәғәт 11-се яртыла Рәсәйҙең Мәғариф министры Сергей Кравцов IX Бөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышы уҙғара.

Бөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышы үтәсәкБөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышы үтәсәк
Бөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышы үтәсәк

Унда мәктәптәрҙә президент программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған капиталь ремонт, ата-әсәләрҙең капиталь ремонтҡа һәм төҙөлөшкә ҡарата эшмәкәрлеге, белем биреү стандарттары, дөйөм уҡытыу программалары һәм ата-әсәләрҙе борсоған бик күп мәсьәләләр тураһында һүҙ барасаҡ.

Бөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында Севастополь губернаторы Михаил Развожаевтың да ҡатнашыуы көтөлә. 

Тура эфирҙа үткән йыйылышты Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы сайтында һәм "Бәйләнештә" төркөмөндә лә ҡарай алаһығыҙ.

Фото: edu.gov.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас