"Уҡытыусылар кәңәшмәһе төрлө тәрбиә һәм уҡыу учреждениеларының күргәҙмәләр эшенән башланды. Беҙҙең интернат-гимназияһы ла бай күргәҙмә менән сығыш яһаны. Гимназия тиһәләр:"Улар йырлай ҙа бейей", – тиҙәр, ғәҙәттә. Ошо стереотипты икенсерәк итеп, белем усағының бөтә мөмкинлектәрен күрһәтергә тырыштыҡ. "Үҫеш нөктәһе" федераль проекты буйынса алынған заманса ҡоролмалар – квадрокоптер, виртуаль шлем һәм лазер тиры, үҙебеҙҙең "Нөктә ТВ" телестудияһы, "Үргә ос" проектына ингән "Шахмат уйнарға өйрән", "Модалы кейен", "Сәләмәт йылмайыу" йүнәлештәрен күрһәтә алдыҡ.
Уҡыусыларыбыҙ ҙа күргәҙмәлә үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә алды. Уларға һәм гимназия күргәҙмәһен булдырыу өсөн тырышлыҡ һалған барлыҡ коллегаларға ҙур рәхмәт!".
Гимназистар, афарин!
Сығанаҡ һәм фото: vk.com