Сафакүл районы башлығы Ансар Әхмәтйәнов, Әлмән районы башлығы Алексей Снежко, Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ильяс Бәҙретдинов, райондарҙың хакимиәт вәкилдәре, йәмәғәтселәр менән эш осрашыуҙары ойошторолдо. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү, милли традицияларҙы һәм мәҙәниәтте һаҡлау буйынса саралар ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.
Делегация урындағы белем биреү һәм йәмәғәт ойошмаларына уҡыу әсбаптары, биҙәү өсөн стендтар, милли кейемдәр тапшырҙы.
«Ҡурған өлкәһенең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре менән даими бәйләнештәбеҙ. Бында ун дүрт меңгә яҡын башҡорт бергә тупланып йәшәй, шуға күрә милли ҡиммәттәрҙе һәм телде һаҡлау буйынса башланғыстарҙы яҡлау көнүҙәк. 2023 йылда мәҙәни сара ойоштороу, шулай уҡ күренекле башҡорт зыялылары Ғәлимйән Тағандың һәм Шәриф Манатовтың хәтерен мәңгеләштереү мәсьәләһен төрлө яҡлап өйрәнергә һөйләшеп килештек», — тине Әлфир Байымов.
Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru