2021 йылда Мәғариф буйынса Республика август кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан республикаһының дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы Шайморатов синыфтары асырға тәҡдим итте. Был башланғысты хуплап, Мәғариф һәм фән министрлығы берҙәм стандарттар эшләүҙе ойошторҙо.
Шайморатовсылар синыфында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалеристарының батырлыҡтары миҫалында, илдең тарихына ихтирам, патриотизм, тыуған ил, республика өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр формалаштырыуға, сәләмәт йәшәү рәүеше, әүҙем гражданлыҡ позицияһын үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән системалы эш алып барыла.
Сығанаҡ: tamasha-rb.ru
Фото: bashinform.ru