Финанс грамоталылығы дәресе мотлаҡ һаналасаҡ.
Төп предметтар буйынса дәреслектәр яңы стандарттарға ярашлы буласаҡ.
Уҡытыусыларға дәрескә ҡағылмаған отчет документтарын тултырыу туҡтатылған. Улар бары өлгәш журналдарын алып барырға һәм дәрескә әҙерләнергә тейеш.
Уҡыусыларҙың каникулдары ете көндән кәм булмаясаҡ.
Өйгә бирелгән эштең күләме, йәғни әҙерләнеү ваҡыты сикләнәсәк. I cиныфтарға – бер сәғәт, II–III – сәғәт ярым, IV–V – ике сәғәт, VI – VIII синыфтарға ике сәғәт ярым булһа, IX синыфтан өс сәғәт ярым ваҡыт бүленгән.