Күгәрсен районы Мораҡтағы 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлкәй Рәшит ҡыҙы Аллабирҙина:
– Беҙҙең мәктәптә лә яңы уҡыу йылы бик матур башланып китте.
Рәсәйҙең дәүләт флагын күтәреү хоҡуғы XI уҡыусыһы Александр Егоровҡа ышанып тапшырылды. Саша “бишле” һәм “дүртле”гә генә уҡый, спорт һәм йөҙөү менән шөғөлләнә. Киләсәктә нефтсе булырға хыяллана икән. Ә Башҡортостан флагын – IX уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы Юлиә Камардина күтәрҙе.
Мәктәбебеҙ директоры:
– Илшат Ришат улы Арыҫланбаев, дәүләт флагтарын күтәреү уҡыусыларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк, уҡыу аҙнаһын күтәренке кәйефтә башларға йоғонто яһаясаҡ, – тип билдәләне.
Мәктәптәрҙә хәрби-патриотик тәрбиәне үҫтереү маҡсатында был сараның әһәмиәте ҙур, тип иҫәпләйем. Тыуған илебеҙҙең бөйөклөгөн, дәүләт символдарыбыҙҙы уҡыусылар белергә тейеш. Илебеҙҙе һаҡлап ҡорбан булған атай-олатайҙарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген хөрмәтләү, улар хаҡында хәтирәләр һаҡлау – ул беҙҙең һәм киләсәктең бурысы. Тарихты оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ!