+22 °С
Ясно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
14 Октября 2022, 05:00

Дүртенселәр ғорурланып ҡараған

Ғафури районы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының IV “А” синыфы уҡыусылары  белем усағының беренсе ҡатында урынлашҡан легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлын сағылдырған ҙур панно - карта эргәһендә   фәһемле һәм бай йөкмәткеле дәрес-экскурсияла булғандар.

Дүртенселәр ғорурланып ҡарағанДүртенселәр ғорурланып ҡараған
Дүртенселәр ғорурланып ҡараған

– Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле  Шайморатов  етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының  Бөйөк Еңеүгә алып килгән юлын өйрәндек һәм уларҙың батырлыҡтарына ғорурланып ҡарап торҙоҡ.
Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының оҙон, данлы юлын сағылдырыусы был стенд ҙур әһәмиәткә эйә. Бында балаларға Ватан тарихы тураһында һөйләп, уларҙы ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләргә тырышасаҡбыҙ, – ти  Ирина Салауат ҡыҙы Баҡыева.

Сығанаҡ һәм фото:  vk.com

Дүртенселәр ғорурланып ҡараған
Дүртенселәр ғорурланып ҡараған
Дүртенселәр ғорурланып ҡараған
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас