+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
5 Ноябрь 2022, 17:47

Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлайҙар

Белеүебеҙсә, 2 ноябрҙә Өфө фән технологиялар университеты рәсми рәүештә теркәлде. 

Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлайҙар
Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлайҙар

Өфө дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация университеты ҡушылып барлыҡҡа килгән юғары уҡыу йортоноң ректоры - Вадим Захаров.

Шулай итеп, Өфө дәүләт һәм авиация университеттарына уҡырға ингән студенттар Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаясаҡ, дипломдарында шулай тип яҙыласаҡ.

Ике юғары уҡыу йортоноң ҡушылыуы "Приоритет 2030" программаһына инеү мөмкинлеге биргән. Университет йыл һайын 100 миллион һум дәүләт ярҙамы аласаҡ. 2030 йылға ул илдең иң яҡшы 30 юғары уҡыу йорто исемлегенә инергә тейеш.

Фото: https://static.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: