+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
3 Апрель 2023, 11:30

"Футбол дәресе" үтте

"Мәктәптә футбол" Бөтә Рәсәй проекты буйынса республикала "Футбол дәресе" фестивале үтте. 

"Футбол дәресе" үтте
"Футбол дәресе" үтте

600-ҙән ашыу уҡыусы ике көн буйына ошо йүнәлештәге төрлө сараларҙа ҡатнашты. Оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. Рәсәй йыйылма командаһы ағзалары Дмитрий Сычёв, Елена Терехова, Руслан Пименов, «Зенит»тан Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яулаған Алексей Гасилин менән осрашыу мөмкинлеге тейҙе. Физкультура уҡытыусылары өсөн дә семинар булды. 

"Мәктәптә футбол" проекты Башҡортостанда 2022 йылдан тормошҡа ашырыла. Унда 61 мәғариф учреждениеһы ҡушылған да инде. 

Фото: education.bashkortostan.

 

"Футбол дәресе" үтте
"Футбол дәресе" үтте
"Футбол дәресе" үтте
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: